БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, Өфөлә урынлашҡан. 1830 й. Ырымбур мосолман дини йыйылышы мөфтөйө Ғ.Ғәбдрәхимов юллауы б‑са Өфөнөң 1‑се гильдия сауҙагәре М.Таһиров Хажмәтов (Хужасәйетов) аҡсаһына Фроловский урамында (хәҙ. Туҡай урамы) төҙөлә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында инженер‑архитектор И.Мяловтың Өфө губерна идараһы раҫлаған проекты б‑са реконструкция үткәрелә (1894—1911), төкәтмә һалына. 1920 йй. тиклем Рәсәй мәсеттәре араһында төп урынды биләй. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты президиумы ҡарамағында. Классицизм стилендә төҙөлгән мәсет (33,3х22,9х9,7), 2 ҡатлы, 4 яҡлы ҡыйыҡлы, осо һырланған һөҙәк көмбәҙле; стенаһы кирбестән һалынған. Манараһы (бейеклеге 27,9 м) кирбестән, 2 яруслы, тышҡы йөҙө арҡырыға һәм буйға ярым колонкалар, бәләкәй аркалар һәм сығынтылар м‑н бер нисә өлөшкә бүлгеләнгән. Бейек ярым циркуляр тәҙрәле 2‑се ҡат фасады ҡабарынҡы кирбес орнамент м‑н биҙәлгән, ул стенаны вертикаль б‑са 2 өлөшкә бүлә. 1‑се ҡатта — ҡатын‑ҡыҙ өсөн 2 намаҙ бүлмәһе, китапхана, уҡыу кластары, хеҙм‑рҙәр өсөн бүлмәләр һ.б., 2‑се ҡатта ирҙәр өсөн ҙур һәм бәләкәй намаҙ бүлмәләре урынлашҡан. Ҙур залда михраб м‑н мөнбәр тора, көмбәҙ аҫты өлөшө 3 нефҡа бүленгән, көньяҡ стена алтын ялатылған ғәрәп яҙмалы түңәрәк мәрмәр таҡталар м‑н биҙәлгән. 1890 й. Х.Ғосманов хәйер аҡсаһына мәсет өсөн хужалыҡ ҡоролмалары, мунсаһы, емеш баҡсаһы булған йорт һатып ала. 20 б. Башына ҡарай мәхәлләлә 920 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә “Ғосмания” мәҙрәсәһе һәм урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы эшләй. 1960—92 йй. Өфөлә берҙән‑бер ғәмәлдәге мәсет була. 90‑сы йй. алып балалар һәм ололар өсөн ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм ғәрәп теле курстары эшләй. Мәсет Өфөнөң мосолман дини үҙәге булып тора, унда мосолман байрамдары үткәрелә.

Б.й.м. биләмәһендә Ғ.З.Рәсүлев, М.М.Солтанов, С.Ш.Тәвкилев ҡәберҙәре булған некрополь урынлашҡан. Билдәле булған имам‑хатиптары: Ғәбдрәхимов (1830 й. алып), Ә.Ғәбдесәләмов (1840 й. алып), Ш.Ғ.Сөләймәнов (1844—85), Ғосманов (1888 й. алып), Й.Т.Абыҙгилдин (1907—38), Б.В.Туғыҙбаев, Н.М.Ниғмәтуллин (1983 й. алып), М.М.Мөхәмәдисламов (1992 й. алып), В.М.Тимерғәлиев (2006 й. алып). Б.й.м. бинаһы — мәҙәни мираҫ объекты.

М.Ғәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика