БЕРЕЗОВСКИЙ Иван Афанасьевич (20.5.1906, Екатеринослав губ. Мариуполь ҡ. — 1993, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1965). Днепропетровск химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Тамбов ҡ. инженер булып эшләй, 1935 й. алып Сталиногорск ҡ. химия комб‑ты инженеры, начальнигы. 1939 й. башлап СССР химия сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары, 1943 й. — СССР сода сәнәғәтенең баш идаралығы нач., 1947 й. — 484‑се з‑д (Мәскәү) директоры. 1952 й. алып 18‑се комб‑т (Салауат ҡ.) дир., 1965 й. башлап Мәскәүҙә эшләй. Б. етәкс. 18‑се комб‑ттың нефть эшкәртеү з‑ды төҙөлә (1957), аммиак һәм карбамид (ҡара: Мочевина), полиэтилен етештереү үҙләштерелә. Минераль ашламалар етештереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Б. комб‑ттың һәм ҡаланың соц.-көнкүреш өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ленин (1939), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1947, 1949, 1958, 1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика