БЕРЕЗОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 351 кеше; 1939 — 183; 1959 — 299; 1989 — 92; 2002 — 129; 2010 — 145 кеше. Урыҫтар, немецтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә немецтар нигеҙ һала. 1917 й. 12 йортта 86 кеше йәшәгән утар булған. 30‑сы йй. Яңы Березовка (1939 й. 186 кеше иҫәпләнгән) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Иҫке Березовка булараҡ теркәлгән, 50‑се йй. аҙ. улар ҡушылғандан һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Т.М.Глазкова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика