БЕРЕЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Березовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 63 кеше; 1939 — 1011; 1959 — 960; 1989 — 449; 2002 — 532; 2010 — 534 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙендә алпауыт Д.И.Березовский ш. уҡ өйәҙҙең Айбаш а. эргәһендәге шарап ҡыуыу з‑ды янында ауылға нигеҙ һала. 1884 й. завод хужаһы Ц.А.Лан(д)сберг заводты Айбаш а. 2 км алыҫлыҡтағы яңы урынға күсерә. 1920 й. 11‑се Березовка шарап ҡыуыу з‑ды (элекке Лансберг з‑ды) булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. алып Березовка спирт з‑ды ҡасабаһы иҫәпкә алынған. 1988 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика