БЕРЕЗНЯКИ, Өршәк й. басс. һаҙлыҡ, Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 140 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,6 м, иң ҡалыны — 4,5 м. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, муйыл, тәлгәш ҡайын, күрән, ҡуһа, һаҙ бажаты, һаҙ томбойоғо һ.б. үҫә. Сытырҙаҡ сөрәгәй, торна, һыҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк, аҡ ҡуян, ҡоралай, мышы, үр ҡуяны йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика