БЕРЕЗИН Геннадий Николаевич (9.11.1927, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1997). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Краснодар пед. ин‑тын тамамлаған (1965; педагогы Г.В.Беда). 1952 й. алып “Октябрь” һәм “Родина” к/ т (Өфө), 1954—70 йй. “Восток” к/ т, “Аксаковнефть” НГДУ‑һы (Бәләбәй ҡ.) рәссам-биҙәүсеһе. 1970—94 йй. Чукотка авт. округында эшләй. Нәфис һыр техникаһында ижад итә, төрлө материал ҡуллана: мамонттың һуғар теше, мышы мөгөҙө, кашалот теше, даурия ҡарағасы. Б. ижадында эскимос һәм чукча халыҡтарының һөйәкте һырлау сәнғәтенең традицион тематикаһы һәм стилистикаһын сағылдырған бәләкәй формалы скульптура ҙур урын биләй. Б. эштәре төп һыҙаттарҙың хәрәкәтсәнлеге, һығылмалылығы һәм нескәлеге м‑н айырыла: “Чаутты уңышлы ташлау” (1978), “Осрашыу” (1985), “Хоттабыч ҡарт” (1986), “Һуғыштың ҡот осҡос хәлдәре” (1990), “Мамонтҡа һунар” (1993), “Эттәр егеме”, “Атом бәшмәге” (икеһе лә — 1995). Б. һүрәттәрендә Төньяҡтың ҡырыҫ тәбиғәте һәм Башҡортостан пейзажының гүзәллеге сағылдырылған: “Коряк вулканы” (1952), “Асылыкүл” (1965), “Поляр төндөң аҙағы” (1992), “Иртә көҙ” (1997), “Яҙ” (2000). 1960 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Асҡар, Бишбүләк аа., Белорет, Бәләбәй, Октябрьский, Өфө ҡҡ. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе үткән. Б. эштәре Халыҡ сәнғәте музейында (Бәләбәй), Рәсәйҙә һәм сит илдә галереяларҙа һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1-й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997.

О.В.Курганская

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика