“АБДРАХМАН КАНТОН”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың легендаһын һәм варианттарын беренсе булып С.Г.Рыбаков Орск өйәҙендә (Юлыҡ а., Рәмиевтәрҙең Солтан приискыһында, Күлтабан күле янындағы йәйләүҙә) яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтыра. “А.к.” варианттарын М.М.Вәлиев, С.Ә.Галин, Л.Н.Лебединский һ.б. яҙып алған. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Халыҡ һөйөүен һәм хөрмәтен ҡаҙанған, әммә ялған ошаҡ б‑са ғәйепләнгән 1820—26 йй. 6‑сы башҡ. кантоны башлығы булған Абдрахман Биктимеровҡа (ҡара: Биктимеровтар) арналған. Йырҙа мәкер, хыянат темаһы күҙәтелә. Орнаментлы көйө һалмаҡ, ҡайғылы характеры м‑н айырыла; киң интервалдарға һикерештәр уның тасуирилығын көсәйтә. Башҡарыусылар араһында Р.Ф.Йәнбәков, Ғ.З.Сөләймәнов һ.б. “А.к.” скрипка м‑н оркестр өсөн Р.Ә.Мортазин, a cappella хоры өсөн М.З.Бәширов, хор өсөн Н.Ғ.Сабитов эшкәртә. Йырҙың көйө М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында, “Гөлнәзирә” балетында файҙаланылған.

Әҙәб.: Башҡорт халҡ йырҙары. Өфө, 1954; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се кит. Өфө, 1974.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Ноталар

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018