БЕРЕЗИН Всеволод Леонидович (16.12.1922, Тамбов губ. Ил-Рождественское а. — 3.8.2016, Мәскәү), инженер-механик. БР ФА‑ның почётлы акад., техник ф. д‑ры (1970), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1968) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың (1982), РФ-тың (1995) Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығының, СССР-ҙың газ сәнәғәте (1983), РСФСР‑ҙың нефть м-н тәьмин итеүҙең (1982), РФ-тың юғары проф. белем биреүҙең (2002), РФ-тың яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (2002) почётлы хеҙм‑ре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлаған (1951). 1955 й. алып ӨНИ‑лә эшләй: металдар технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1956 й. башлап нефть механикаһы ф-ты деканы, 1957 й. — уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1964 й. — ректор. 1970—2008 йй. И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун-тында (1970—91 йй. нефть һәм газ үткәргестәр, һаҡлағыстар төҙөү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1970—73 йй. Нефть һәм газ сәнәғәте белгестәре һәм етәкселәренең квалификацияһын күтәреү ин-ты (икеһе лә — Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге магистраль үткәргес торбаларҙы проектлау, төҙөү һәм капиталь ремонтлауға арналған. Б. етәкс. магистраль үткәргес торбалар төҙөүҙең ағымлы прогрессив ысулы, йылға үҙәндәре аҫтынан ауыш йүнәлештә быраулағанда үткәргес торбаларҙы траншеяһыҙ һалыу, Көнбайыш Себерҙә газ үткәргестәрҙе балластировкалауҙа анкерҙарҙың яңы конструкциялары эшләнә һәм производствоға индерелә. 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 56 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы (1983), Украина ССР-ының Дәүләт (1984), И.М.Губкин ис. (1971, 1979) пр. лауреаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1947), “Почёт Билдәһе” (1967, 1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Сварка трубопроводов и конструкций. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1983 (авторҙ.); Строительство магистральных трубопроводов: справ. М., 1991 (авторҙ.); Системная надёжность трубопроводного транспорта углеводородов. М., 1997 (авторҙ.).

Л.И.Быков

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика