БЕРЕЗИН Виктор Матвеевич (9.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Балтика колонияһы утары, хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Балтика а. — 15.6.2002, Нефтекама ҡ.), геофизик. 1951 й. алып Туймазы геофизика контораһында (Октябрьский ҡ.) эшләй; 1962—2002 йй. “Башнефтегеофизика” тресы Арлан промысла-геофизика контораһының (Нефтекама ҡ.) өлкән инженеры, бүлек нач., баш инженеры, төп геофизигы. Маншыр нефть ятҡылығын асыуҙа (1954), геол. разведка эштәренең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм нефть, газ сығарыуҙы интенсивлаштырыу өсөн скважина генераторҙары һәм баҫым аккумуляторҙары комплексын уйлап табыу һәм индереүҙә (1987) ҡатнаша. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1987).

Н.К.Замараева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика