БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович (1924, Төркөстан АССР‑ының Кременчуг а. — 10.4.1944, Перекоп муйыны, Ҡырым АССР‑ының Суворов а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында слесарь булып эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. окт. башлап 4‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия армияһы 87‑се уҡсылар див. 261‑се гвардия уҡсылар полкының пулемётсылар взводы ком. гвардия кесе лейт. Б. 1944 й. апр. Перекоп муйынында дошман оборонаһын өҙөүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑ды бинаһына һәм Херсон ҡ. йорттарының береһенә Б. арналған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Герои боёв за Крым. Симферополь, 1972; Герои твои, Херсонщина. Симферополь, 1980.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика