БЕРЕГОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 976 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 762; 1959 — 370; 1989 — 174; 2002 — 150; 2010 — 129 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

18 б. уртаһында Воскресенка заводы эргәһендәге ауыл булараҡ барлыҡҡа килә (1795 й. 265 ир-ат иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Береговая исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 92 йортта 509 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, училище, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йылға аша борам м‑н сығыу урыны булған, шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ күрһәтелгән. 1991—2004 йй. Мәләүез ҡ. составында.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика