БЕРҘӘМ ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ СИСТЕМАҺЫ, юғары көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары м‑н берләштерелгән һәм ҙур терр‑яны энергия м‑н тәьмин итеүсе бер нисә электр энергияһы системаһы йыйылмаһы. Электр м‑н тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын күтәреүгә, резерв һәм көсөргәнешле режим ҡеүәттәрен булдырыу өсөн киткән капиталь сығымдарҙы оптималләштереүгә, электр энергияһының хаҡын төшөрөүгә булышлыҡ итә. Рәсәй Б.э.э.с. 70 төбәктең электростанцияларын һәм электр селтәрҙәрен берләштергән зональ электр энергияһы системалары (Төньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Урта Волга, Төньяҡ Кавказ, Урал һәм Себер) базаһында ойошторола. Донъялағы иң ҙур система һанала. РФ Б.э.э.с. электростанцияларының суммар ҡеүәте яҡынса 200 ГВт (РФ‑тың бөтә электростанциялары ҡеүәтенең 93%‑ы, 2002), ш. иҫ. йылылыҡ электростанцияларының — яҡынса 140 ГВт, ГЭС‑тарҙың — 40 ГВт һәм АЭС‑тарҙың — 20 ГВт.

Башҡортостандың электр энергияһы системаһы Урал зонаһына инә; берләштерелгән диспетчер идаралығы Екатеринбург ҡ. урынлашҡан. Дефицит түгел. 14 ҙур электростанциянан (Ҡарман ДРЭС‑ы, Павловка ГЭС‑ы, Йомағужа ГЭС‑ы, 11 ТЭЦ), бәләкәй ТЭЦ, ГЭС‑тарҙан һәм бер ел электростанцияһынан (ҡара: Яңыра торған энергия сығанаҡтары) тора; ш. уҡ электр селтәрҙәрен (Аксаков электр бүлеү селтәрҙәре, Белорет электр бүлеү селтәрҙәре, Өфө ҡала электр селтәрҙәре, Үҙәк электр бүлеү селтәрҙәре һ.б.) үҙ эсенә ала. Электростанцияларҙың суммар ҡеүәте — 5 ГВт ашыу, йыл һайын эшләп сығарылған электр энергияһы — кәмендә 25 млрд кВт•сәғ (РФ-та сығарылғандың 3%‑ҡа яҡыны).

Ш.Р.Әбдрәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика