«“БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”ҘЕҢ ЙӘШ ГВАРДИЯҺЫ», йәштәргә ижт.-сәйәси тәрбиә биреү маҡсатында ойошторола; “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы идеяларын яҡлай. 2000 й. алып “Йәштәр берҙәмлеге” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы булараҡ эшләй, 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Үҙенең символикаһы һәм атрибутикаһы бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: йәштәрҙе демократик, соц.-ғәҙел йәмғиәт төҙөү процестарына йәлеп итеү, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, йәштәргә милләт‑ара һәм конфессия‑ара аралашыу өсөн шарттар тыуҙырыу, йәштәр мәҙәниәтен булдырыуға булышлыҡ итеү, Рәсәй дәүләтенең иң яҡшы ҡаҙаныштарын һәм традицияларын, сәләмәт йәшәү рәүешен, белем һәм хеҙмәтте, спорт һәм туризмды пропагандалау, йәш сәйәсмәндәр тәрбиәләү.

Башҡ‑н төбәк бүлексәһе 2000 й. асыла. Өфөлә урынлашҡан. 2007 й. алып Респ. йәштәр хәрәкәтенә (ҡара: Йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре) инә, БР Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы м‑н хеҙмәттәшлек итә (2006 й. алып). 51 ҡала һәм район бүлексәһе бар. Йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Сәйәси, патриотик, мәҙәни, экологик, спорт саралары үткәрә: “Өйгә шылтырат” (2000 й. алып), “Беҙ — һыңар ҡуллы бандиттарға ҡаршы!” (2007), “Ҡайғы полотноһы” (2007—08), “Наркотиктарҙан азатлыҡ” (2007), “Намыҫ. Бурыс. Ватан” (2006—07) акциялары, “Сәйәси клубтар” ултырыштары (2005 й. алып), “Сәйәси ағартыу” (2005 й. алып) интеллектуаль уйындары, “Һайлауҙар” сәйәси тренингылары (2007), армрестлинг б‑са — “Рәсәй айыуҙары” (2008), ат спорты б‑са “Аҡбуҙат — 2008” турнирҙары һ.б.

Р.Р.Ғиззәтуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика