БЕРҒАМЫТ, урғылыусы карст сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Хажы а. көньяҡҡа табан 350 м алыҫлыҡта урынлашҡан. Урта карбон (эзбизташ) һәм аҫҡы пермь (ҡомташ) тоҡомдарынан торған Ыласын тауы итәктәрендә 219,5 м бейеклектә ағып сыға. Дебиты 780— 1300 л/ с. Һыуы сөсө (0,2 г/л), гидрокарбонатлы кальцийлы, т‑раһы 7°С. Ландшафтары киң япраҡлы йүкә, саған һәм имән урмандарынан тора. 1973 й. сығанаҡҡа каптаж ҡорола, Стәрлетамаҡ ҡ. һыу үткәргес (оҙонлоғо 50 км) һалына. Легенда б‑са, урындағы кешеләрҙең береһе аты м‑н яҡындағы бер күлдә бата һәм һуңыраҡ атының ҡамыты сығанаҡта табыла.

И.К.Кудряшов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика