БЕРҒАҘАНДАР (Pelecanus), ишкәк аяҡтар отрядының берғаҙандар ғаиләһенә ҡараған ҡош заты. 6 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бөҙрә Б. һәм ал Б. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 160—180 см (ал Б. 140—175 см), ауырлығы 14 кг тиклем. Ата Б. ҙурыраҡ. Бөҙрә Б. ҡауырһын ҡапламы асыҡ һоро, ал Б. — ал төҫмөрлө аҡ төҫтә. Башы ҙур, ал Б. — оҙон, өлпөлө, бөҙрә Б. — оҙон бөҙрә ҡауырһынлы. Суҡышы оҙон, киң, осонда ырғаҡ һәм тиресәле тамаҡ ҡапсығы бар, ал Б. тамаҡ ҡапсығы һары, бөҙрә Б. — алһыу, яҙын ҡыҙғылт һары. Муйыны оҙон, ҡанаты ҙур, киң. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы дүрт бармаҡлы, ҡыҫҡа, бармаҡтары йөҙөү ярыһы м‑н тоташҡан. Моногам. Ҡамыш баҫҡан ҙур күл буйында, йылға тамағында колониялар м‑н, ҡайһы ваҡыт парлап оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 2—3 аҡ йәки һарғылт йомортҡа һала. 30— 42 көн инә һәм ата ҡош баҫа. Балыҡ м‑н туҡлана. Бөҙрә Б. 20 б. 40‑сы йй. Асылыкүлдә оялаған, 50‑се йй. алып, ал Б. кеүек үк, ҡоштарҙың осоп китеүе һәм килеүе ваҡытында ғына осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика