АБДРАХМАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 138 кеше; 1959 — 270; 1989 — 249; 2002 — 276; 2010 — 260 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. башында Әлшәй с‑зы ойошторолғандан һуң нигеҙ һалына. 1967 й. Первомайский с‑зының Һөтсөлөк‑тауар фермаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 1993 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Ю.А.Кәримов

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018