БЕР ӨЛӨШЛӨЛӘР, лилиопсидтар (Monocotyledone, йәки Liliopsida), сәскәле үҫемлектәр класы, бәбәге бер орлоҡ өлөшөнә эйә. 4 ярым класы (Alismatide, Arecide, Liliidae, Triuridide), 38 рәте, 104 ғаиләһе, 3 мең заты һәм яҡынса 63 мең төрө билдәле. Бөтә континенттарҙа таралған, бөтә ерҙә лә үҫә, Ерҙең үҫемлек япмаһының иң мөһим компоненты булып тора. Башлыса үлән. Башҡортостан флораһында Б.ө. 120‑нән ашыу затҡа ҡараған 21 ғаиләнең 400‑ҙән ашыу төрө бар; тамырһабаҡлы (айыу емеше, аҡтамыр, күрән һ.б.), бүлбеле (күп әшәлсә һымаҡтар) һәм һуғанбашлы (башлыса ләлә һымаҡтар һәм һуған һымаҡтар) үләндәр өҫтөнлөк итә. Орлоҡ өлөшө 2 төп үткәргес шәлкемдән тора. Тәүге (бәбәк) тамырсығы иртә ҡорой, уның урынына суҡлы тамыр системаһын барлыҡҡа килтереүсе ҡушымта тамыр үҫә. Онтогенезда тамыр таҡыяһының һәм эпидерманың килеп сығышы төрлө. Һабаҡтары ябай йәки аҙ тармаҡлы, уларҙың үткәреүсе бәйләмдәре камбийһыҙ һәм тәртипһеҙ рәүештә урынлашҡан, үткәргес шәлкемдәрҙең флоэмаһында паренхима юҡ, ҡабығы һәм үҙәге бүленмәгән. Япрағы күпселек осраҡта ябай, бөтөн, шыма ситле, киң төплө йәки еңсәле; һеңерсәләнеүе параллель, дуға һымаҡ, һирәкләп бармаҡ йәки ҡауырһын һымаҡ, япраҡ эҙҙәре күп һанлы. Сәскәһе 3, ҡайһы ваҡыт 4 йәки 2 өлөшлө. Күп төрҙәренең сәскә эргәлеге редукцияға бирелгән йәки бөтөнләй юҡ. Нектарлыҡтары күбеһенсә септаль (емшәндең бүлкәләрендә урынлашҡан). Микроспораның инә күҙәнәгенең һәр бүленеүе бүлкә барлыҡҡа килеү м‑н бергә бара (сукцессив йәки эҙмә‑эҙлекле тип). Һеркә бөртөгөнөң тышсаһы йышыраҡ 1 күҙәүле. Эндосперм күп төрҙәрҙә гелобиаль, ядроның 1‑се бүленеүенән һуң уның микропиляр (ҙурыраҡ) һәм халазаль өлөштәре барлыҡҡа килә. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (бойҙай, арыш, тары һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ваҡ күстерә, тимофеевка, бажат һ.б.), дарыу үҫемлектәре (ынйы сәскә, һуған, һарымһаҡ һ.б.), сүсле үҫемлектәр (мамыҡбаш күрән, екән һ.б.), декоратив үҫемлектәр (һаҙғанат, ләлә, тюльпан һ.б.). Ҡайһы бер Б.ө. (ҡарға күҙе, аҡһырғаҡ) — ағыулы үҫемлектәр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Б.ө. 77 һирәк төрө индерелгән, ш. иҫ. 9 реликт һәм 2 эндемик, шуларҙың 20 төрө (тәпәш күбәләк сәскәһе, дөйә ҡылған, Лёзель липарисы, яҙғы әшәлсә һ.б.) — РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика