БЕНЬКОВСКИЙ Василий Григорьевич (25.1.1912, Одесса ҡ. — 20.1.1986, Өфө), физик‑химик. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑һы акад. (1967). Химия ф. д‑ры (1952), проф. (1953). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1963). Одесса ун‑тын тамамлағандан һуң (1940) Ҡаҙағстанда эшләй, 1949 й. алып — Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА системаһында (1960 й. башлап Нефть һәм тәбиғи тоҙҙар химияһы ин‑ты дир., Гурьев ҡ.). 1968— 82 йй. Химия ин-тының (Өфө) үҙе ойошторған лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефть эмульсияларын, нефттән алынған ыҫмалалы ҡалдыҡтарҙы һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе өйрәнеүгә арналған. Б. тәүге тапҡыр нефть эмульсиялары теорияһы нигеҙҙәре һәм скважиналар быраулағанда ҡулланылған йыуҙыртыусы шыйыҡсаларҙы стабилләштереү; нефттең ыҫмалалы ҡалдыҡтарынан эмульгаторҙар айырып алыу, көслө һәм көсһөҙ кислоталы катиониттар алыу ысулдарын тәҡдим итә. Магистраль нефть һәм газ үткәргестәрҙе коррозиянан һаҡлау системаһын (Пластобит 2М) уйлап таба һәм етештереүгә индерә (С.Р.Рафиҡов м‑н берлектә). 1968—86 йй. Б. етәкс. нефттең азоторганик берләшмәләре комплекслы өйрәнелә, уларҙы гидрокрекинг һәм кокслаштырыу дистилляттарынан алыу ысулдары эшләнә, химик составтары билдәләнә. Б. тәүге тапҡыр нефть продукттарында беренсел ароматик аминдар (алкиланилиндар) булыуын асыҡлай. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1952).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика