БЕЗАК Александр Павлович (6.6.1801 — 30.12.1869, С.‑Петербург, Киевта ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант (1849), артиллериянан ген. (1858). Дәүләт советы ағзаһы (1863 й. алып). Дворяндарҙан. 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Царское Село лицейын тамамлаған (1819). 1819 й. алып рус армияһында. 1848 й. башлап ген.-фельдцейхмейстер штабы нач., 1853 й. — Хәрби министрлыҡтың артиллерия департаменты дир., 1856 й. — 5‑се армия корпусы командиры. 1860—64 йй. Ырымбур һәм Һамар ген.‑губернаторы һәм Ырымбур айырым корпусы командиры. “Башҡорттар тураһында положение” проектын төҙөүгә, ҡаҙаҡтар һәм Ырымбур казак ғәскәренең ер биләмәләре сиктәрен билдәләүгә етәкселек итә. 1863 й. Урта Азияны Рәсәйгә ҡушыу планын төҙөүҙә ҡатнаша. 1864 й. Башҡорт ғәскәре армияһын таратыу, Ырымбур губернаһын Ырымбур губ. һәм Өфө губернаһына бүлеү проектын тәҡдим итә. Неплюев кадет корпусын һәм Николай ҡатын‑ҡыҙҙар ин‑тын үҙгәртеп ҡороу, Ырымбур казак хәрби училищеһын, Ырымбурҙа 1‑се ҡыҙҙар һәм 7 участка мәктәбен, Троицк ҡ., Ырымбур һәм Урал нығытмаларында ҡаҙаҡ мәктәптәре асыу инициаторы. Ырымбурҙы төҙөкләндереүгә контроллек итә (ул эшләгән осорҙа ҡәлғә валдары тигеҙләнә, тротуарҙарға таш түшәлә, һыу үткәргес төҙөлә, йәмәғәт мунсалары асыла һ.б.). 1864 й. алып Киев, Волынск һәм Подольск ген.‑губернаторы һәм Киев хәрби округы командиры. Артиллерия эше б‑са 10‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Изге Андрей Первозванный (1866), 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1842), 2‑се (1850), 3‑сө (?) һәм 4‑се дәрәжә бантлы (1828) Изге Владимир, бриллиантлы Изге Александр Невский (1855), Аҡ Бөркөт (1852), 1‑се (1845), 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Ырымбур ҡ. почётлы гражданы (1864). Ырымбур (1864—1919) һәм Киев (1869—1919) урамдарына Б. исеме бирелгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика