БЕЖКОВИЧ Афанасий Семёнович (13.12.1892, Екатеринбург губ. Нововеличковский станицаһы — 15.4.1977, Ленинград), этнограф, музей белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград дәүләт ун‑тын тамамлаған (1928). 1926 й. алып Рәсәй халҡының нәҫел составын өйрәнеү б‑са комиссияла, 1927 й. — СССР ФА эргәһендәге Етештереү көстәрен өйрәнеү б‑са советта, 1930 й. — Башҡ‑н ҒТИ‑нда, 1931 й. — Төньяҡ халыҡтары ин‑тында (Ленинград) эшләй. 1937 й. башлап Ташкент, Наманган музейҙарында эшләй; 1948—60 йй. СССР халыҡтары этнографияһы дәүләт музейында (Ленинград) ғилми хеҙм‑р, бүлек мөдире. 1928—30 йй. СССР ФА‑ның Башҡортостан комплекслы экспедицияһы эшендә ҡатнаша. БАССР‑ҙың Бәләбәй, Бөрө, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Тамъян‑Ҡатай кантондарында игенселек һәм малсылыҡ үҙенсәлектәрен, башҡорт, белорус, мари, сыуаш, татар, урыҫ һ.б. халыҡтарҙа малсылыҡ үҫешен өйрәнә. 25‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Б. экспедицияларҙа йыйған материалдарҙың (фотографиялар, ҡулъяҙмалар) бер өлөшөн ТТӘИ алған. Репрессиялана (1933), 1936 й. азат ителә; 1956 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Этнические особенности земледелия у народов Башкирии XIX — начала XX в. //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.

А.М.Решетов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика