“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө мосолман милли советы, 1917 й. 29 окт. алып Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы, башҡ.‑татар социалист‑революционерҙары һәм Өфө мосолман хәрби ком‑ты, 1918 й. мартынан Урал‑Волга штаттарын ойоштороу ком‑тының Өфө бүлексәһе органы. Өфөлә төрки телендә сыға. “Ауыл халҡы”, “Ирек”, “Һалдат теләге” гәз. берләштерә. 1917 й. 21 сент. алып 1918 й. 28 мартына тиклем “Көрәштә үҙ хоҡуҡтарыңа өлгәшерһең!” лозунгыһы аҫтында нәшер ителә. Барлығы 36 һаны сыға. Өфө губ. советына һайлауҙар ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҙур роль уйнай. “Б.ю.” совет власы, рев‑ция т‑да мәҡәләләр баҫыла, большевизм идеялары пропагандалана. Мөхәррирҙәре: Ғ.Ғ.Ибраһимов, Ғ.Х.Алпаров.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика