АБДРАХМАН, Монаш, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 169 кеше; 1920 — 301; 1939 — 202; 1959 — 197; 1989 — 209; 2002 — 229; 2010 — 239 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәрешкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Сыңғыҙ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Абдрахман Ҡолмәмбәтов исеме м‑н аталған. Икенсе исеме “монаш” (ҡара: Бөрйән) этнонимы м‑н бәйле. 1866 й. 22 йортта 114 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Р.Х.Яхин ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.