БЕДРЕНКО Николай Васильевич (9.9.1923, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Казанка утары, хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Казанка а. — 5.7.1985, Талгар ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. алып Төньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Ялан, 2‑се Украина, Алыҫ Көнсығыш һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се Украина фронты 53‑сө армия 1‑се гвардия һауа‑десант див. һауа- десант сапёр батальоны 7‑се гвардия бүлеге сапёры гвардия ефрейторы Б. 1944 й. 5 нояб. Тисасёллёш ҡ. (Венгрия) янында Тиса й. аша сыҡҡанда һәм уң яр плацдармын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. 1948 й. Ҡаҙаҡ ССР‑ы Алма‑Ата өлк. Или р‑ны МТС‑ында, 1963—83 йй. Талгарҙың янғын һүндереү часында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Талгарҙағы урамға Б. исеме бирелгәнн.

Әҙәб.: Рафиков З. По наказу отца //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика