БЕДЕЕВА ПОЛЯНА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 428 кеше; 1920 — 520; 1939 — 812; 1959 — 1620; 1989 — 1650; 2002 — 1550; 2010 — 1757 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәге, китапхана бар.

1874 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Глумилиндан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр Поляна ауылы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Глумилинская Поляна, Полянский исемдәре м‑н билдәле булған. 1896 й. 55 йортта 345 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1894 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, май һығыу йорто, бакалея һәм шарап кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. 1938—62 йй. Покровка районының адм. үҙәге булған. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙ һалынған Глумилин һәм Гудин (Бедеевка) аа. м‑н ҡушылғандан һуң 20 б. урталарынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика