БЕГЛОПОПОВСЫЛАР, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Православиеның догматикаһын һаҡлап, Б. культтың деталдәрендә айырылалар. Тәүҙә Б. тип Урыҫ православие сиркәүенән күскән (“ҡасаҡ”, исеме шунан килә) һәм икенсе ҡабат суҡынған священниктарҙы ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡабул иткән старообрядсыларҙы атағандар. Артабан улар ижт. һәм дини ҡапма‑ҡаршылыҡтар арҡаһында бер нисә согласие һәм толктарға тарҡалалар: дьякон согласиеһы (рәсми сиркәүҙән баш тартыу һәм уны ҡәһәрләү), перемазанецтар (сиркәүҙең еҫле майын буяу йолаһының мәжбүрилеге), лужково согласиеһы (батша хаҡына ғибәҙәт ҡылыуҙы, ант ҡабул итеүҙе, хәрби хеҙмәт үтәүҙе тыйыу). 1846 й. алып Б. тип Белокриницкий иерархияһына буйһоноуҙан баш тартҡан поповсыларҙы атай башлағандар. 19 б. 30—40 йй. хөкүмәт һәм православие сиркәүе эҙәрлекләүе арҡаһында ҡасаҡ поптарҙың старообрядсылыҡҡа күсеүе туҡтала. Б. бер өлөшө беспоповсыларға китә. Б. үҙ епискобына эйә булырға ынтылышы (1— 3‑сө съездар ҡарарҙары; 1908—10 йй.) обновленецтар архиепискобы Николаның (П.А.Позднев) уларға ҡушылыуы һәм 1923 й. “Боронғо православие сиркәүе” рәсми исеме аҫтында үҙ аллы 3 дәрәжәле иерархия (епископтар—священниктар—дьякондар) булдырыуы м-н тамамлана. 1924 й. Баш сиркәү советы ойошторола, 1963 й. алып ул Новозыбково ҡ. урынлаша (Спасо‑Преображение ҡорамы). 2000 й. башлап Боронғо урыҫ православие сиркәүенә архиепископ Александр (Калинин) етәкс. итә. Б. 7 епархияһы, 70‑тән ашыу мәхәлләһе бар.

Өфө губернаһында Б. 19 б. уртаһында барлыҡҡа килә. Б. общиналары Өҫән‑Ивановка заводында, Үрге Троицк заводында, Түбәнге Троицк заводында һәм Бәләбәй өйәҙенең Казанчина а. (хәҙ. Баҡалы р‑ны Ҡаҙансы а.) була; 1859 й. улар — 2532, 1913 й. 9754 кеше (нигеҙҙә, перемазанецтар һәм дьякондар) иҫәпләнә. 1936 й. бөтә ғибәҙәтханалар (9) ябыла. Б. Өфө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡҡ. (теркәлгән ойошмалар эшләй), Әлшәй р-нының Раевка ҡасабаһында, Туймазы р-нының Үрге Троицк, Түбәнге Троицк, Йәрмәкәй р‑нының Бекетов һәм Иглин р-нының Покровка аа. йәшәйҙәр.

Әҙәб.: Зеленин Д.К. Черты быта усень‑ивановских староверов //Известия общества истории, археологии и этнографии при Казанском университете. 1905. Т.21. Вып.3.

Е.С.Данилко, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика