БЕГЛОВ Василий Алексеевич (30.5.1958, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Филипповка а. — 9.7.2011, Стәрлетамаҡ ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). СДПИ‑ны тамамлаған (1979), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1988 й. башлап әҙәбиәт, 1993—2003 йй. урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте каф. мөдире, 2000 й. башлап уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор. 1981 й. Арҡалыҡ пед. ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 19—20 бб. урыҫ әҙәбиәте жанрҙары, төрлө заман һәм авторҙар художестволы системаларының үҙ‑ара йоғонтоһо проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Эпопея в русской литературе. М., 2005; Вокруг характера. Стерлитамак, 2008.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика