Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/B/BAYAS_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/B/BAYAS_noty.jpg'

“БАЯС”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала һәм үҙенең “Ҡурай” (1985) китабында баҫтыра. Артабанғы яҙманы Ф.Х.Камаев эшләй. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Риүәйәт б‑са, Орск өйәҙенең Күсей а. йәшәүсе йәйләү старшинаһы Баяс ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлай, һәләтле йырсы һәм ҡурайсы булараҡ таныла. Ҡулға алына һәм Себергә һөргөнгә оҙатыла. Һөргөндән ҡасып, оҙаҡ йылдар тыуған яғында йәшеренеп йәшәй. Фаразланыуынса, “Б.” йыры уның тарафынан сығарылған. Йыр көйөнөң ике варианты бар. Тәүгеһе тотанаҡлы ҡырыҫ характер м‑н айырылып торһа (Сөләймәнов башҡарыуында билдәле), икенсеһе лирик йүнәлешле, үҙенсәлекле моңло биҙәктәргә бай. Йырҙы башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Р.Ғүләкәнов, Ф.Ә.Килдейәрова, Т.Х.Үҙәнбаева.

Әҙәб.: Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of folk. Уфа, 1995.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика