БАЯНОВ Рим Ғәли улы [15.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Саҡмағош а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 10.2.1996, Салауат ҡ.], актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1974) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1950; К.Ф.Ғәҙелшин курсы). 1953—90 йй. Салауат драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1969—75 йй. реж. һәм баш реж., 1972—74 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы, 1985—90 йй. әҙәби бүлек мөдире. Б. тыуҙырған образдар аныҡ соц. характеристика һәм сағыу сәхнә һүрәтләнеше м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Гәрәй (“Райхан”, Н.Иҫәнбәт; дебют, 1953), Фәхри (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле әҫәре), Бәхтегәрәй (ш. уҡ исемле драма), Тайфур (“Әсәләр көтәләр улдарын”; икеһе лә — Ә.М.Мирзаһитов). Трактовка тәрәнлеге м‑н Дәрүиш (Ай тотолған төндә”), Үмәр (Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са ш. уҡ исемле әҫәр), Нәжми (“Сәйер кеше”, Н.Хикмәт), Бергойн (“Иблес шәкерте”, Б.Шоу) образдары айырылып тора. 1965 й. Рәсәйҙә Эзоп ролен (“Ҡол Эзоп”, Г.Фигейредтың “Төлкө һәм виноград” — “Лиса и виноград” пьесаһы б‑са) иң оҫта башҡарыусы тип табыла. Реж. булараҡ И.Ә.Абдуллин, К.М.Аҡбашев, Н.Асанбаев, Мирзаһитов, М.А.Хәйҙәров һ.б. драмалары б‑са спектаклдәр ҡуя.

Әҙәб.: Әхмәтшин Ғ.Ғ. Салауат театры. Өфө, 1967; Сабитов М.А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика