БАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улы [14.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Рәжәп а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны)], зоолог. Биол. ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БАХИ‑ны тамамлаған (1952). 1956 й. алып Иркутск ветеринария фәнни- тикшеренеү ст., 1958 й. — Иркутск а.х. ин‑тында эшләй. 1961 й. башлап БДУ‑ла уҡыта: 1967—71 йй. биол. ф‑ты деканы, 1985—2000 йй. зоология каф. мөдире. Б. һыу экосистемаһы гельминттары фаунаһының таксономик структураһының тотороҡлолоҡ принциптарын формалаштыра, экологик тигеҙлекте һаҡлау процестарын өйрәнә, гельминтологиялағы ареал һәм популяция төшөнсәләрен аныҡлай. Б. республиканың а.х. пр‑тиелары өсөн һыу ҡоштарының гельминтоздарын иҫкәртеүҙең биол. нигеҙҙәре б‑са тәҡдимдәр эшләй (1982). 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Башҡорт АССР‑ының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Башкирской АССР”; 1987), “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Республики Башкортостан”; 2004) һәм “Башҡортостандың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Башкортостана”; 1995) китаптары авторҙарының береһе.

Хеҙм.: Зоологические исследования в Башкирии (ист. справка и указ. лит.). Уфа, 1997; Птицы Южного Урала. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика