АБДРАХМАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 133 кеше; 1920 — 187; 1939 — 308; 1959 — 203; 1989 — 176; 2002 — 128; 2010 — 147 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Туҡай а. мишәрҙәре һәм типтәрҙәре Бәләкәй Туҡай исеме м‑н нигеҙ һала, 1795 й. (8 кеше йәшәгән) билдәле. 19 б. уртаһына тиклем Туҡай а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 19 б. 2‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 24 йортта 325 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.