БАЯНОВ Илдар Рәүис улы (9.9.1959, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе, 1975—87 йй. “Динамо” ДСО‑һы өсөн сығыш яһай (тренеры В.С.Голиванов). Шәхси һәм команда зачёттарында Европа кубогын яулаусы (1983). РСФСР чемп. (1985) һәм РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1986), команда зачётында “Динамо” спорт йәмғиәтенең СССР һәм Венгрия йыйылма командалары матчы еңеүсеһе (1983). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемп. (1982), Бөтә Рәсәй йәштәр спорт уйындарының көмөш призёры (1977). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1983—85).

Р.Ә.Әйүпов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика