БАЯЗИТОВА Зифа Ғаяз ҡыҙы (4.6.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Күсей а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1998), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Өфө дәүләт сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай драма театры актрисаһы. Үҙ героиняһының эске донъяһын тәрән һәм нескә тойомлаған лирик пландағы актриса. Төп ролдәре: Сәриә (“Бөркөт ҡанаты”, Ғ.Исхаҡов; дебют, 1973), Гөлйемеш (“Байрамбикә”, Р.С.Янбулатова), Амаль (С.Ямалдың “Ҡара сәскәләр” романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле әҫәре), Зилиә (“Илама, һылыу!”, Н.Ғәйетбай), Ямал (“Ҡыр ҡаҙҙары”, Р.Ә.Сафин). Б. сәнғәтенә психологик характерлылыҡ, эксцентриклыҡ хас. Комедияларҙа актриса буффонада алымдарын ҡуллана: Йыһан (“Башмағым”), Фёкла Ивановна (“Өйләнеү”, Н.В.Гоголь), Коринкина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский), Фәриҙә (“Париж егете Әлфәнис”, Л.В.Вәлиев).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. С.М.Рәхимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика