БАЯЗИТОВ Мәсәғүт Хәйрулла улы [8.10.1930, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Әхмәт а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1981). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Благовар р‑нында эшләй: Һынташтамаҡ МТС‑ында баш агроном, 1955 й. алып “Ҡыҙыл байраҡ” к‑зы, 1959—91 йй. “Октябрь” к‑зы рәйесе. Б. етәкс. “Октябрь” к‑зы үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы (ц/га) 6‑нан 30‑ға, көнбағыштың — 5‑тән 22‑гә, шәкәр сөгөлдөрөнөң — 444‑кә тиклем, бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 786‑нан 3400 кг тиклем арта (1990). БАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика