Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/M/MECHET_BAYAZITOVO.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/M/MECHET_BAYAZITOVO.jpg'

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ, Миәкә р‑нында урынлашҡан. 1930‑сы йй. һүтелгән ағас мәсет урынына 1997 й. төҙөлә. Мәсетте һалыуҙа район хакимиәте, пр‑тиелар һәм айырым кешеләр ярҙам күрһәтә. БР Диниә назаратына ҡарай. Мәсет (8×16×5 м) бер ҡатлы, 2 кимәлле, 4 яҡлы ҡыйыҡлы, сталактит кәрнизле; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Цоколе, кәрниздәре, аркалы тәҙрәләре һәм ишектәре ҡабарынҡы таш м‑н биҙәлгән. Манараһы (бейеклеге 33 м) кирбестән, 3 яруслы, мәсет уртаһына ултыртылған; ҙур һәм бәләкәй балкондар м‑н уратылған. Цоколь ҡатында хеҙм‑рҙәр өсөн һәм уҡыу бүлмәләре, тәһәрәт алыу бүлмәләре урынлашҡан. Намаҙ уҡыу залында ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн балкон ҡоролған. Зал стеналары Ҡөрьәндән сүрәләр м‑н биҙәлгән. Мәсет эргәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү курстары эшләй. Имам‑хатиптары: И.Р.Шәморатов (1997 й. алып), М.М.Фазрахманов (2001 й. алып).

М.М.Ғәлләмов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика