БАЯЗИТ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Сатый а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 27 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Сарбай й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1012 кеше; 1920 — 1253; 1939 — 888; 1959 — 943; 1989 — 725; 2002 — 715; 2010 — 640 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Елдәр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са, фаразланыуынса, башҡорт ихтилалдарында (1735—40) әүҙем ҡатнашҡандары өсөн аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителеп, типтәрҙәр ҡатламына күсерелгән башҡорттар нигеҙ һала. 1753 й. ш. уҡ шарттарҙа Нуғай даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары, 1766 й. Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы Һарыһаҙ‑Таҡырман а. башҡорттары, 1784 й. типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп урынлаша. Тәүге төпләнеүсе Баязит Дауытов исеме м‑н аталған. 1795 й. 28 йортта 156 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 720 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, ағас эше, тире эшкәртеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (ҡара: Баязит ауылындағы мәсет), училище булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.Ш.Мағазов, Ғ.Рафиҡи ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика