“БАШЭКСПО” күргәҙмә үҙәге, ЯСЙ. Сәнәғәт һәм фәнни-техник йүнәлештәге халыҡ-ара һәм төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәләр, йәрминкәләр ойоштора һәм үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. 2010 й. 36 кеше эшләгән.

1991 й. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эргәһендә “УфаЭКСПО” ЯСШ булараҡ нигеҙ һалына, 1993 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1993 й. башлап Халыҡ-ара күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы ағзаһы. “Медицина”, “Автосалон. АвтоТехСервис. УралТранс”, “Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш”, “Хәүефһеҙлек”, “Урал сәнәғәт форумы” күргәҙмәләрен үткәреү традицияға әйләнгән.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018