“БАШФАРМАЦИЯ”, ДУП. Дарыуҙарҙы һ.б. мед. тауарҙарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙы, дарыуҙар яһауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 173 дарыухана, 200‑ҙән ашыу дарыухана пункты һәм киоскыһы, 7 “Оптика” магазины, 4 күмәртә склады, автохужалыҡ. 2009 й. 2584 кеше эшләгән. 1926 й. БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Башҡ‑н дарыухана идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1935 й. алып РСФСР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Баш дарыухана идаралығының Башҡ‑н бүлексәһе, 1969 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге Дарыухана идаралығы, 1989 й. — Башҡ‑н “Фармация” ПБ, 1993 й. — “Б.” дәүләт махсуслаштырылған производство пр‑тиеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала.

М.Р.Ғәлиева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика