“БАШТУР”, туристарҙы хеҙмәтләндереү пр-тиеһы, ЯАЙ. БР, РФ буйлап һәм сит илдәргә сәйәхәт итеүҙе ойоштора. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡҡ. сәйәхәт һәм экскурсиялар бюролары.

1960 й. Башҡ‑н туризм-экскурсия идаралығы булараҡ ойошторола, 1963 й. алып Туризм һәм экскурсиялар б‑са Башҡ‑н өлкә советы, 1989 й. — “Башҡортостан‑турист” туризм-экскурсия фирмаһы, 1992 й. — хәҙ. исемен йөрөтә, 1999 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика