“БАШТРАНСАГЕНТСТВО” Башҡортостан халыҡҡа транспорт-экспедиция хеҙмәте күрһәтеү предприятиеһы, “Башавтотранс” ДУП‑ы филиалы. Транспорт-экспедитор, туристик, страховкалау һәм башҡа хеҙмәттәр (20‑гә яҡын төр) күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 11 транспорт-экспедитор агентлығы, БР ҡалаларында 8 (Өфөлә — 3) ҡабул итеү пункты. 2010 й. 65 кеше эшләгән.

1963 й. 1837‑се Өфө йөк автоколоннаһы базаһында халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү б‑са транспорт-экспедиция контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1968 й. алып “Б.” Башҡ‑н халыҡҡа транспорт-экспедиция хеҙмәттәре күрһәтеү пр‑тиеһы, 1972 й. — “Б.” Башҡ‑н халыҡҡа транспорт-экспедиция хеҙмәте күрһәтеү агентлыҡтары пр‑тиеһы (1982—90 йй. Башҡ‑н ПБ), 1998 й. — “Башавтотранс” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2004 й. хәҙ. статусын ала.

И.В.Вялых

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика