“БАШТОПСБЫТ”, ДУП. Ағас әҙерләү һәм ҡаты яғыулыҡ һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составында яғыулыҡ м‑н тәьмин итеү б‑са 10 филиал (Иглин, Мәләүез, Сибай, Яңауыл һ.б.) һәм 3 участка (Дәүләкән, Күмертау, Өфө). Таш күмер һәм брикеттар Кузнецк күмер бассейнында һатып алына. 2010 й. 175 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1993 й. хәҙ. статустағы “Башлестоп” булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 90‑сы йй. “Башлестоп” пр‑тиелары — “Уфаобозстрой” һәм Ауырғазы ағас‑таҡта әҙерләү пункты ылау кәрәк-ярағы етештереү б‑са респ. алдынғы урында була (йылына 8 меңгә тиклем йөк арбаһы, 7 мең тәгәрмәс станы, 5 мең сана).

А.Ғәүләтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика