АБДРАЗАҠОВ Әмир Ғәбделмән улы (15.1.1934, Ырымбур өлк. Ҡайыпҡол а. — 6.3.2008, Өфө), актёр, кинорежиссёр, сценарист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1974). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Кинематографсылар союзы (1997) ағзаһы. ГИТИС-ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) БАДТ актёры. 1962—94 йй. “Башҡортостан” ТРК реж., бер үк ваҡытта 1990—91 йй. “Башҡортостан” к/ст ген. дир. һәм 1991—94 йй. режиссёры. Театрҙағы төп ролдәре: Ведерников (“Эҙләнеү йылдары”, А.Н.Арбузов; дебют, 1959), Тимербулат (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Надир (С.Ямалдың “Ҡара сәскәләр” романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле), Хәйернас (“Егет егетлеген итә”, Н.Нәжми) һ.б. 50‑нән ашыу фильм сценарийы авторы һәм реж.: “Халҡым һағышы” (1969), “Туй”, “Күңел ҡанаттары” (икеһе лә — 1970), “Заһир Исмәғилев” (“Загир Исмагилов”; 1987), “Халыҡ шағиры”, “Ҡурай моңо” (икеһе лә — 1990), “Зәки Вәлиди Туған” (“Заки Валиди Тоган”), “Ишмулла Дилмөхәмәтов” (“Ишмулла Дильмухаметов”), “Зәйнәб Биишева” (“Зайнаб Биишева”; бөтәһе лә — 1992), “Тыуған илдә тыуған илде юҡһынам” (“На родине по Родине тоскую”; 2002). Я.Х.Хамматовтың  “Бөртөкләп йыйыла алтын” (1979), Ғ.Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” (1988) романдары б‑са башҡ. ТВ‑нда тәүге тапҡыр ш. уҡ исемле күп сериялы нәфис фильмдар төшөрә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2006).

Ф.Б.Йомағужина, Л.Р.Мөхәмәтшина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке