“БАШТЕХИНФОРМ” БР ФА‑ның Республика ғилми‑технология һәм мәғлүмәт комплексы. 1961 й. Өфөлә Башҡ‑н ғилми‑техник мәғлүмәт һәм пропаганда йорто булараҡ асыла, 1966 й. алып Башҡ‑н үҙәк техник мәғлүмәт бюроһы, 1969 й. — Башҡ‑н тармаҡ‑ара терр. ғилми‑техник мәғлүмәт һәм пропаганда үҙәге, 1992 й. хәҙ. исемен, 2009 й. хәҙ. статусын ала (2011 й. тиклем БР ФА составында). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: пр‑тиеларҙың, ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ учреждениеларының инновацион эшмәкәрлеген мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү; яңы мәғлүмәт технологияларын үҫтереү һәм индереү; электрон мәғлүмәт ресурстары булдырыу. Патент фондын, норматив‑техник документтар (ГОСТ, СНиП, ЕНиР һ.б.) фондын, БР‑ҙың ҡатмарлы технологиялары мәғлүмәт банкыһын формалаштыра. “Б.” составында патент‑консультация үҙәге, уҡытыу-методика үҙәге, ғилми‑техник китапхана, хәҙ. мәғлүмәт технологияларының уҡыу-техник үҙәге, күргәҙмә үҙәге, БР‑ҙың кластер үҫеше үҙәге, БР инновацияларының терр. үҙәге, энергия һаҡлаусы технологиялар үҙәге һ.б. 2012 й. 80‑дән ашыу кеше эшләгән. “Б.” күрһәткән мәғлүмәт хеҙмәттәре м‑н йыл һайын БР һәм Урал төбәгенең 1 меңдән ашыу пр‑тие һәм ойошмаһы файҙалана. Дир.: В.А.Трофимов (1961 й. алып), М.З.Хисаметдинов (1965 й. алып), Н.Н.Цибулин (1966 й. алып), И.В.Харлова (1992 й. алып), В.Н.Кружков (2000 й. алып), Р.А.Хисаметдинов (2011 й. алып), И.Ю.Трусов (2012 й алып). 

И.Ю.Трусов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика