“БАШТЕЛЕРАДИОСЕРВИС”. Көнкүреш радиоэлектрон аппаратураһын һәм техникаһын ремонтлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: “Импорт Сервис”, “LG”, “Изумруд” сервис үҙәктәре. 2010 й. 104 кеше эшләгән.

1972 й. респ. ҡалалары һәм райондарындағы радиотелевизион аппаратураны ремонтлау б‑са 12 ателье һәм оҫтахананы берләштергән “Башрадиотехника” ПБ булараҡ нигеҙ һалына; 1976 й. алып “Баштелерадиобыттехника” ПБ, 1990 й. — “Б.” Башҡ‑н респ. производство концерны, 1992 й. — «“Б.” концернының баш предприятиеһы» ААЙ, 2006 й. — ЯАЙ. Составына (2006 й. тиклем) “Б.” ААЙ (баш пр‑тие, 1972 й. нигеҙләнгән, Өфө), Стәрлетамаҡ радиотелевизион аппаратура ремонтлау з‑ды (1967), “Телерадиосервис” ЯСЙ (1959, Салауат ҡ.), “Фотон” (1961, Мәләүез ҡ.), “Рубин” (1965, Бөрө ҡ.), Нефтекама радиотелевизион аппаратура ремонтлау з‑ды (1968), Туймазы радиотелевизион аппаратура з‑ды (1972), “Экран” (1972, Ишембай ҡ.), “Каскад” (1973, Октябрьский ҡ.), “Электрон” (Белорет ҡ.) ингән.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика