БАШТАШ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Салауат р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км (БР‑ҙа 8 км ашыу, киңлеге яҡынса 8 км), абс. бейеклеге 796 м (Силәбе өлк.). Һырттың төньяҡ өлөшө (БР терр‑яһы) һөҙәк, тәрән булмаған уйһыулыҡтары күп, көнсығыш өлөшөндә бейеклектәре 450—480 м еткән 15 түбәһе бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Б. битләүҙәрендә үрге ағымында ер аҫты аҡмалары булған Һикияҙ һәм Лаҡлы (Әй й. ҡушылдыҡтары), Минкә (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) йй. башлана. Битләүҙәрҙең өҫкө өлөшөндә ҡараһыу һоро урман тупрағында ҡайын һәм ҡарағай‑ҡайын урмандары, бай үҫемлектәр (100‑ҙән ашыу төр) япмаһы булған ҡараға оҡшаш тупраҡта тау болондары һәм болон далалары өҫтөнлөк итә. Һөҙәк битләүҙәрҙең аҫҡы өлөшө һөрөлгән, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика