БАШТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло Әүжән һәм Ағиҙел йй. араһында Ҡараташ тауына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, үҙәк өлөшөндә киңлеге яҡынса 10 км, абс. бейеклеге 1271 м (Оло Шатаҡ тауы). Көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре айырыла. Көньяҡ өлөшө Кесе Әүжән й. (Оло Әүжән й. ҡушылдығы) кимәленән яҡынса 180 м бейеклектәге параллель тауҙар теҙеменән тора, уларҙа бейеклеге 1043 м (Катушка тауы) һәм 950 м еткән ҡая ҡалдыҡтары булған түбәләр бар. Тауҙар теҙеме араһындағы биләндә Кесе Әүжән һәм Көхтөр йй. (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) башлана. Үҙәк өлөшө иң бейеге, уның күсәр өлөшө көнбайышҡа күскән, ҡаялы Оло Шатаҡ һәм Ҡапҡаташ (1099 м) түбәләре айырылып тора. Битләүҙәре асимметриялы: текә көнбайыш битләүҙәренең итәктәре һөҙәк, һөҙәк көнсығыш битләүҙәренеке — текә. Таш өйкөмдәре осрай; түбәләр араһындағы биләндә Көхтөр й. ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшө тәпәш, бейеклеге яҡынса 900 м еткән киң арҡа рәүешендә, көнсығыш битләүҙәрҙә урыны м‑н асыҡ ҡаялы ерҙәр осрай. Урта рифейҙың машаҡ свитаһының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, аргиллиттары, һелте һәм әсе составлы эффузивтарынан тора. Б. ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500 м тиклем бейеклектәге битләүҙәр аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш икенсел ҡайын‑уҫаҡ урмандары, 500 м алып 900 м тиклем — ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандары, 900 м юғары — 600 йәшлек ағастарҙан торған парк рәүешендәге ҡарағас урмандары м‑н ҡапланғанн.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика