“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, ижт.‑сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡорт хәрби‑революцион комитеты һәм Башҡн хәрби комиссариатының сәйәси бүлеге, 1921 й. алып БашҮБК һәм РКП(б)- ның Башҡн өлкә комты органы. Стәрлетамаҡҡ. көн һайын иҫке башҡорт телендә сыға. 1919 й. 14 сент. алып 1921 й. 27 ғин. тиклем һәм 1921 й. 12 апр. башлап 1922 й. 25 сент. тиклем нәшер ителә. “Б.х.” өлкә партия конф. материалдары, иҡт., сәйәси, хәрби һ.б. темаларға мәҡ., урындағы һәм үҙәк власть органдары бойороҡтары, Башҡн ХРК эшмәкәрлеге яҡтыртыла. Мөхәррирҙәре: Б.И.Луганский, И.Рәхмәтуллин, А.Н.Йәғәфәров, Х.Й.Йомағолов, З.Мозаффари, З.Шәрҡи, Д.Юлтый, Х.Лотфи, Ф.Жданов, Г.Б.Ҡарамышев.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика