“БАШСТРОМ” акционерҙар компанияһы, ААЙ. Төҙөлөш б‑са хужалыҡ идаралығын тормошҡа ашыра. 1931 й. Өфөлә “Башстройматериалы” берекмәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1973 й. алып “Башкирстройматериалы”, 1991 й. — “Б.” ҡуртым пр‑тиелары берекмәһе, 1994 й. — хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. Төҙөлөш материалдары етештереү б‑са 11 пр‑тие эшмәкәрлеген көйләй, улар иҫәбендә Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводы, Мәләүез төҙөлөш материалдары заводы, Өфө төҙөлөш материалдары комбинаты, “Стройкерамика”, Стәрлетамаҡ төҙөлөш материалдары з‑ды (ҡара: Стәрлетамаҡ силикат кирбес заводы).

П.И.Гернер

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика