БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ ЭТНОГРАФИЯҺЫ МУЗЕЙЫ. 1994—2001 йй. Өфөлә эшләй. Тарихи-мәҙәни музей комплексы (1991—94) нигеҙендә асыла. Б.х.э.м. составына Ленин В.И. йорт-музейы ингән. Музей фондында 10 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге иҫәпләнгән, ш. иҫ. солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу ҡулайламалары; традицион биҙәүестәр һәм БР‑ҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, башҡ. йорто һәм тирмәһенең традицион интерьеры. 3 этнографик экспозицияһы булған: “Башҡорттар. Көнкүреш һәм мәҙәниәт”, “Фин-уғыр халыҡтары. Мариҙар, удмурттар, мордвалар”, “Башҡортостандағы көнсығыш славяндар. Урыҫтар, украиндар, белорустар”. Фонды Милли музейға тапшырылған.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика