АБДРАЗАҠОВ Илдар Әмир улы (26.9.1976, Өфө), йырсы (бас). БР‑ҙың атҡ. (2000), халыҡ (2011) артисы. Ә.Ғ.Абдразаҡовтың улы, А.Ә.Абдразаҡовтың ҡустыһы. ӨДСИ‑не тамамлаған (2000; М.Ғ.Мортазина класы). 1994 й. алып БДОБТ, 2000 й. — Мариин театры (С.‑Петербург) солисы. Бәрхәт тембрлы һәм киң диапазонлы, төрлө регистрҙарҙа тигеҙ яңғырашлы, матур, көслө тауышҡа эйә. Башҡарыу үҙенсәлеге сағыу артистизм, хислелек, бөтә тасуирлау сараларының теүәллеге м‑н айырыла. Төп партиялары: Сураман (“Салауат Юлаев”; дебют, БДОБТ, 1995), Сурин (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), Дон Базилио (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Фигаро (“Фигароның туйы” — “Свадьба Фигаро”, В.А.Моцарт), Руслан (“Руслан һәм Людмила” — “Руслан и Людмила”, М.И.Глинка), Аттила (Дж.Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы) һ.б. Россиниҙың “Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн” (“Гимн Наполеону III и его доблестному народу”) гимнын тәүге башҡарыусы (“Ла Скала”, Милан ҡ., Италия, 2000). Концерт репертуарында — Чайковский, С.В.Рахманиновтың вокаль әҫ., урыҫ һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. “Ковент‑Гарден” (Лондон), “Метрополитен‑опера” театрҙарында һәм “Карнеги‑холл” залында (Нью-Йорк ҡ., АҠШ) һ.б. сығыш яһай. Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. М.И.Глинка ис. (Ярославль ҡ., 1997), Н.А.Римский‑Корсаков ис. (С.‑Петербург, 1998; Гран‑при) халыҡ‑ара конкурстар, Е.В.Образцова ис. йәш опера йырсылары конкурсы (С.‑Петербург, 1999; Гран‑при), “Верди тауыштары” (“Вердиевские голоса”) конкурсы (Буссето ҡ., Италия, 2000; Гран‑при), И.К.Архипованың “Мәскәүҙең оло бүләге” (“Большой приз Москвы”) Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы (1997) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м-н бүләкләнгән (2014).

 

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018