- Подробности
- Просмотров: 401
“БАШСТРОЙКОНСТРУКЦИЯ”, ААЙ. Торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 2010 й. 12 кеше эшләгән.
1964 й. Өфө тимер-бетон заводы №2 базаһында төҙөлөш конструкциялары һәм төрлө ҡоролмалар өсөн деталдәр етештереү б‑са “Башжелезобетон” ПБ‑һы булараҡ нигеҙ һалына. ПБ составына Башҡортостан карьер идаралығы, Күмертау тимер-бетон заводы, Мансур төҙөлөш материалдары комбинаты, Өфө тимер-бетон заводы №1, Салауат тимер-бетон заводы, Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы №1 инә. 1979 й. алып “Б.” комплектлау тресы, 1988 й. — “Б.” ПБ, 1993 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 1998 й. — ДУП, 2004 й. хәҙ. статусын ала. 80‑се йй. “Б.” төҙөлөп ятҡан объекттарҙы комплектлауҙың автоматлаштырылған системаһы эшләнә, эсе ҡыуыш түшәм плиталарын ҡалыпһыҙ етештереү һ.б. үҙләштерелә.
М.Ф.Краснопёров
Тәрж. Р.Х.Сәғитов